Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүселәргә рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Красноусол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йөҙйәшәр Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовҡа «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына» юбилей миҙалы тапшырылды.
Ветерандың йәшлек йылдары Ҡаҙағстан далаларынан килтерелгән ҡырағай аттарҙы йүгәнләп үткән. Уның иңдәрендә генерал-майор Шайморатов етәкләгән башҡорт кавалерия дивизияһына өйрәтелеп ебәрелгән тиҫтәләрсә юртаҡтар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғәбдрәхим Саттар улы 2-се Белоруссия фронты составында минометсылар бригадаһында пулемёт наводчигы була. Көнсығыш фронтты үтеп, Мәскәүҙе обороналауҙа, Кёнигсберг һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Ветерандың күкрәген «Германияны еңгән өсөн», «Кёнигсбергты штурмлауҙа ҡатнашҡан өсөн», « Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары биҙәй. Ғәбдрәхим Саттар улы 1947 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ауылдашы Ғилмийыһанға өйләнеп ярты быуат бәхетле ғүмер кисерә. Хәләле менән алты балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара.