Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әмир Мәһәҙиев йыйған аҡсаһын махсус хәрби операция яугирҙәренә тапшырған. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һигеҙ йәшлек малайҙың изге ғәмәле тураһында хәбәр итә. Әмир планшет алыу өсөн аҡса йыйған. Әммә йәш патриот аҡсаның фронтҡа нығыраҡ кәрәк икәнен аңлай. Уның ошо аҙымы тураһында әсәһе социаль селтәрҙә яҙып сыға. Был яҙманан һуң дуҫтары һәм миһырбанлылар ярҙамында 19 мең һумға яҡын аҡса йыйып, ике рация һатып алғандар. “Был миңә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика комсомолдары, пионерҙары, уҡыусыларының самолеттар һәм танктар төҙөүгә аҡса йыйыуын иҫкә төшөрҙө. Әмиргә өлгө булырҙай кеше бар. Уның атаһы – Эске эштәр министрлығы офицеры. Олатаһы – отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул да беҙҙең еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ике антидрон һатып алып, яугирҙәргә алып барып тапшырған. Әмиргә, уның дуҫтарына һәм ата-әсәһенә шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Егеттәребеҙгә ысын күңелдән ярҙам иткән яҡташтарыбыҙға рәхмәт”, — тип яҙған Радий Хәбиров.