Был турала ҡала советы ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Обьект Урмансылар паркында урынлаша. Биләмә ғәмәлдәге вольер менән сиктәш була. Тропик павильон өсөн шиншилла, таш баҡа һәм башҡа хайуандар алыу планлаштырыла. Күргәҙмә галереяһына үҙенсәлекле ҡоштар ебәрелә. Паркка шулай уҡ арыҫлан, дөйә һәм дөйәғоштар килтерелә.