Республикала “Тере хәтер” тигән һүрәттәр конкурсы башланды

Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала, балалар араһында ойошторола. Ижади ярышты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Халыҡ ижады үҙәге, Хәрби дан музейы һәм кино төшөрөүселәр берлеге уҙғара. Конкурста 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатанаша ала. Рәсемдәр Совет халҡының фронт һәм тыл батырлығын сағылдырырға тейеш. Эштәр 1 марттан 31-енә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы апрелдә һәм майҙа үтә. Ҡурсаҡ театры галереяһында һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторола.