Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй генә Башҡортостанды йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итергә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше ошо. Ведомствола былтырғы эш йомғаҡтары барланды.
2024 йыл дауамында саралар «Таҙа ил», «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән системалы эш итеү» һәм «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекттары буйынса тормошҡа ашырылған. Бынан тыш, бюджетҡа файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙан килем һалымы күләме 200 миллион һумға артҡан. Быйыл финанс менеджменты күрһтәкестәрен артабан яҡшыртыу бурысы тора. Ултырышта шулай уҡ зубрҙар мәсьәләһе лә күтәрелде. Былтыр Башҡортостанға Белоруссиянан килтерелгән ҡырағай хайуандарҙан тәүге биш быҙау тыуған. Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов белдереүенсә, стратегик маҡсат - республиканың Урал аръяғы райондарында зубрҙараҙың ирекле популяцияһын булдырыу. Шулай уҡ сәнәғәт йүнәлеше буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр күп.