Октябрьский ҡалаһы халҡы фронтҡа ярҙам итә


Октябрьский фронтҡа ярҙам итә. Ҡала халҡы һәм хакимиәте махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплап ебәргән. 21-се конвой менән «Нива», «Уаз» автомобилдәре, машиналарға запас өлөштәр, төҙөлөш материалдары, мейес, рабица селтәрҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттарын билдәләү ҡоролмалары оҙатылған. Кәрәк-яраҡтар яугирҙар заказы буйынса ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, битараф булмаған халыҡ тарафынан тупланған. Ҡалалағы казактар ғәскәре вәкилдәре операция өҫтәле һатып алған. Ҡалала «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәйриә фонды ла эшләп килә.


Ҡала халҡы гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы оҙаҡ һаҡлана торған байтаҡ ҡына аҙыҡ-түлек, гигиена һәм медицина әйберҙәре йыйылды. Уҡыусылар флешмоб ойоштороп, яраларҙы бәйләү материалдары әҙерләгән. Барыһына ла рәхмәт.

Регина Хәнипова, ирекмән