Әбйәлилдә спорт үҫеше: балалар-үҫмерҙәр мәктәбе мең ярым тәрбиәләнеүсе әҙерләй


Әбйәлил районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 14 дисциплина буйынса мең ярымға яҡын тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. Сиҙәм ауылында бокс һәм кикбоксингҡа ҡырҡтан ашыу бала йөрөй. Тренерҙары Рөстәм Мәүлетдинов билдәләүенсә, йыл башынан йәш спортсылар төбәк-ара, зональ һәм район кимәлендәге дүрт ярышта ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаған. Сирек быуат эсендәге ҡаҙаныштарҙы ауылдан сыҡҡан чемпиондар ҙа дәлилләй. Йылдан-йыл спорт мастерҙары ла арта.