Судьяларҙың юғары профессионализмы - йәмәғәтселектең ышанысы нигеҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров суд системаһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә сығыш яһаны. Былтыр республика судтары тарафынан бер миллион 415 меңдән ашыу эш ҡаралған. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе йыл ғына алдынғы урын биләмәй. Төбәк етәксеһе судьяларға яуаплы хеҙмәте, юғары профессионализм, закон һәм дәүләт абруйын нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ мирауай судьяларға йөкләмәнең артыуын билдәләне. Былтыр уларҙың һәр береһенә уртаса 533 эш тура килә.
Республикала суд участкаларын төҙөкләндереүгә һәм модернизациялауға ҙур иғтибар бүленә. Былтыр 14 бинала капиталь ремонт үткәрелгән. Уларҙың барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Был эш артабан да дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Ул төбәк судтарында берҙәм коллектив тупланыуын билдәләп, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшрҙы.