Өфөлә «Смарт-баҡсасы» форумы үтте


Быйыл баҡсасылар ширҡәттәренә 223 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы йүнәлтеү планлаштырылған. Сумманың күп өлөшө биләмәгә тиклемгә юлдарҙы төҙөкләндереүгә иҫәпләнгән. Был турала «Смарт-баҡсасы» форумында билдәләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар менән осрашып, ширҡәттәрҙең үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Күптәрҙе юлдарҙың торошо, газ, электр менән тәьминәт мәсьәләләре борсой. Яуаплы ведомстволар, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә уларҙы хәл итеү бурысы ҡуйылды. Форум барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Ҡалаға ҡараған урман сиге ҡайҙа? «Дим кордоны» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәрҙе тап ошо мәсьәлә борсой. Сөнки инфраструктура объекттарын, шул иҫәптән янғын резервуарҙарын ҡуйыу өсөн урын кәрәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа баҡсасылар электр менән тәьминәт, юлдарҙың торошо, уларҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләләрен дә күтәрҙе. Шулай уҡ Өфөнөң Киров районында күл эргәһендәге ерҙең шәхси ҡулдарға тапшырылыуына бәйле ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Төбәк етәксеһе һәр мөрәжәғәтте контролгә алып, яуаплы ведомство, күҙәтеүсе органдарға тикшерергә ҡушты.

Һуңғы дүрт йылда республикала баҡсасылар менән эш системалы алып барыла. «Смарт-баҡсасы» форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләү нөктәһе. Һуңғы өс йылда ғына ширҡәттәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы 576 миллион һумдан ашҡан, һөҙөмтәлә ярты меңгә яҡын биләмәнең инфраструктураһы яҡшырған.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров яҙғы осорҙа Баҡсасылар көнөн иғлан итеү тәҡдиме менән дә сыҡты. Айырым билдәләнгән дата булғанда, берҙәм көс менән биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә, өмәләр уҙғарырға мөмкин буласаҡ

Форум сиктәрендә иң яҡшы баҡсасылар ширҡәттәре Башҡортостан башлығының грант ярҙамын да алды. Уның күләме ярты миллион һум тәшкил итә.

Ике көнгә иҫәпләнгән күләмле сарала республика һәм Рәсәйҙең ун ике төбәгенән, ике меңгә яҡын баҡсасы, 80-гә яҡын ойошма һәм йәмәғәт берләшмәләре ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Форумдың төп ҡунаҡтары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ширҡәттәрҙәге тормош, ысынлап та, күҙгә күренеп яҡшыра.

Инвентарь хисап үткәреү һөҙөмтәләре буйынса, егерме районда урынлашҡан 423 ширҡәткә газ үткәреү мөмкинлеге билдәләнгән. Форум барышында видеобәйләнеш аша Өфөнөң Калинин районындағы ширҡәттәрҙең береһе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Башҡортостан башлығы баҡсасыларға күрһәтелгән ярҙамдың мөһимлеген билдәләп, был эштең оҙайлы һәм һөҙөмтәле буласағын билдәләне.

Республикала баҡсасылар ширҡәттәре рәйестәренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында «Минең баҡсам - Башҡортостан» тип исемләнгән геомәғлүмәт системаһы ла булдырылған. Ул ширҡәт ағзалары менән йыйылыштар уҙғарыу, ҡулланылған электр энергияһы, һыу иҫәбен алып барыуҙы, ер участкаларына бәйле отчет төҙөү буйынса эште ябайлаштырылған. Ә баҡсасыларҙы борсоған мөһим мәсьәләләр, шул уҡ дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт менән рәсми телеграм каналда танышырға мөмкин

Гөлназ Хәйбуллина