Бөгөн кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башланды һәм тәүге тәрәуих намаҙы уҡылды. Был айҙа мосолмандарға Ураҙа тотоу фарыз һанала.
Сәхәбәләр был айҙы ярты йыл алдан көтә башлаған, алдан уҡ уға әҙерләнгән. Сөнки был айҙа иң көслө шайтандар ҙа бығаулана тип иҫәпләнгән. Шуға ла изгелек ҡылыу, гонаһтарҙан тыйылыу еңел. Рамаҙан айында тәмәке тартыуҙы ташларға теләгәндәр, был насар ғәҙәтенән еңел арына ала. Эске менән мауығыусылар ҙа яман ғәҙәттәренән тыйылырға көс таба.