Уҙған йылда бының өсөн 850 миллион һум тотонолған. Һыу объекттарын таҙартыу, ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса эш алып барылған. Бөгөнгә Башҡоростанда ҡатын көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн 37 меңдән ашыу майҙансыҡ бар. 90 мең контейнер ҡуйылған. Бөтә райондарҙа сүп-сар сығарыу эше ойошторолған, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.