Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Яҙ айының тәүге көнө. Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте. Баш ҡаланың үҙәк майҙанында яҙҙы ҡаршы алыу тантанаһында төрлө быуын һәм милләт вәкилдәре ҡатнашты. Сара күңелле ярыштар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ҡоймаҡ бешереп һатыу акцияһы ла ойошторолдо. Акцияға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Һатылған ҡоймаҡ аҡсалары - алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙамға. Изге акция сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡоймаҡ бешереп ҡараны. Төбәк етәксеһе ҡойған ҡоймаҡҡа аукционда тәү башлап 150 һум тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә ҡоймаҡ 10 мең һумға һатылды. Өфөлә йәшәүсе Ләйсән Николаева Радмир Мәүлиев бешергән ҡоймаҡты 5 мең һумға һатып алды

Масленица - ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алыу байрамы. Боронғо йолаға ярашлы аҙна дауамында ҡоймаҡ бешереп һыйланыу ҡаралған. Өфөлә байрамда ҡатнашыусыларҙы үҙешмәкәр коллективтар таҡмаҡ, йыр-бейеүҙәр менән тәбрикләне, спорт ярыштары ойошторолдо.

Ҡоймаҡ байрамы төрлө милләт һәм дини конфессияларҙы берләштерә. Күп милләтле Башҡортостанда ул ауыл-ҡалаларҙа, мәктәптәрҙә ойошторола.

Яҙҙың тәүге байрамы төрлө йылдарҙа төрлө аҙнаға тура килә. Әммә йолаға ярашлы ул Пасхаға 56 көн ҡалғас билдәләнә. Ғәҙәттәгесә, байрам майҙанға ҡуйылған ҡарасҡыны яндырыу менән тамамлана.

Флорида Ким