Ир-егеттәр башҡарыуында хәрби һәм илһөйәрлек йырҙары. Башҡортостандың ир-азаматтары үҙҙәренең сығышын 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығана бағышланы.
Өфөлә «Атайсал» мәҙәни үҙәге сәхнәһендә ир-егеттәр вокаль коллективтарының асыҡ республика конкурсы үтте. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү «Атайсал» мәҙәни үҙәге сәхнәһендә үтте. Хорҙар ярышында республиканың 10 районы һәм 7 ҡалаһы коллективтары ҡатнашты. Гран-при Белореттан «Виват» халыҡ хор капеллаһы ижади коллективына тапшырылды.