«Салауат Юлаев» хоккейсылары араһында ла Ураҙа тотоусылар бар


Шуларҙың береһе Илдан Ғәзимов. Был көндәрҙә һаҡсы команда менән Алыҫ Көнсығышта. Иртәгә яҡташыбыҙ Владивостоктың «Адмирал» клубы менән икенсе осрашыуын үткәрә. Тәүге уйын буллиттар серияһында юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Илдан Ғәзимов әйтеүенсә, уның өсөн мосолман байрамдары айырыуса әһәмиәтле. Сөнки ул ислам дине ҡанундары һәр ваҡыт үтәлгән ғаиләлә үҫкән. Шуға ла ул бөгөн Рәсәйҙең һәм сит илдең ниндәй генә ҡалаһында булыуына ҡармаҫтан, буш ваҡытында мәсеткә йөрөргә тырыша.