Салауат ҡалаһында биләмәләр төҙөкләндерелә

Милли проектҡа ярашлы 174 миллион һум бүленә. Проект буйынса ҡаланың үҙәк биләмәләре берләштерелә. Беренсе Май урамы матурлана. Бында картина галереяһы, йәрминкә урындары булдырыла. Ленин майҙанында ҡаланың төп саралары үткәреләсәк. Шулай уҡ Дзерджинский урамы төҙөкләндерелә. Эштәр быйыл октябрҙә теүәлләнергә тейеш.