Талбазы ауылында күл таҙартыла

Уның тирә-яғы тәртипкә килтерелә. Эштәр бер нисә  аҙна элек башланған. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙә хәбәр итә. Күлде таҙартыу тураһында халыҡ мөрәжәғәт иткән. - Эштәрҙе тулыһынса башҡарып сығыу өсөн ҙур аҡса кәрәк. Шуға федераль программала ҡатнашыу планлаштырыла, тине муниципалитет етәксеһе.