Өфөлә Рудольф Нуреев исемендәге халыҡ-ара фестиваль үтә
Балет сәнғәте байрамы 17-се мартта башлана.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә республикабыҙ артистары һәм
Рәсәй төбәктәре театрҙары солистары сығыш яһай. 27 мартта халыҡ-ара театр
көнөнә арналған гала концерт уҙа.