Өфөлә Глинка исемендәге конкурс лауреаттары сығыш яһай

Концертҡа ҡунаҡ итеп Мария театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Шаһиморатова саҡырылған. Ул конкурсың жюри комиссияһын етәкләй. Программала ариялар, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан дуэттар тәҡдим ителә. Концерт 15 мартта була. Ул Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙғарыла.