Йәнә яуға! Бөгөн «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар бөтәһе лә мобилизация буйынса фронтта хәрби бурысын үтәй. Мобилизацияланыусыларҙы оҙатырға ғаиләләре, яҡындары һәм дуҫтары килгән. Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул яугирҙарға өгөт-нәсихәт һүҙҙәрен әйтте һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән аралашты. Яугирҙар Донецк йүнәлеше буйынса хеҙмәт урынына баралар. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.