Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Утҡа ҡаршы көрәшкә 100 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән һуң башланды тигән имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты. Төбәктең антитеррор комиссияһы аппараты етәкселеге лә был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тура килмәүе тураһында хәбәр итте. Янғын сәбәбе яҡынса асыҡланған, зыяндың техноген характерҙа булыуы билдәле. «Башнефть» компанияһы филиалы биләмәһендә дрон ярсыҡтары, шартлатыу эҙҙәре табылмаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, нефть эшкәртеү заводындағы янғын төндә сыҡҡан. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға төп етештереү ҡеүәттәре эшенә йоғонто яһамаған, халыҡҡа һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф янамай.