Ишембай районы Әрмет-Рәхим ауылында йәшәүселәр юлһыҙ ҡала яҙған


Социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡ ерҙең ишелеп төшөүе тураһында хәбәр итә. Улар, күренеште карст бушлыҡтарына бәйле тип фаразлай.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 квадрат метр майҙанда юлдың бер өлөшө емерелгән. Әлеге ваҡытта соҡор күмелгән, транспорт хәрәкәте тергеҙелгән.