Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтиховаға - 105 йәш


1942 йылда 22 йәшлек ҡыҙ ҡаты һуғыштар барған Сталинградҡа эләгә. Ул артиллерия батареяһы комсоргы, шулай уҡ полк гәзитенә хәрби хәбәрсе итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһын Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙына бағышланы. «Был ғәжәйеп ҡатындың шул тиклем күп һынауҙар аша үтеүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ул элемтәсе һәм наводчица ла була. Бәйләнеште тергеҙеү өсөн ут аҫтында Волга аша сыға, Берлинға барып етә. Һуғыштан һуң Мөсәйрә Фәтихова 54 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн ветеран Өфөлә йәшәй, уға күрше мәктәптәрҙең уҡыусылары һәм уҡытыусылары даими килә. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙына һәм бөтә хөрмәтле ветерандарыбыҙға - һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем!, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.