Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде


Баш ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде. Совет районы хакимиәте ветеранды етеп килгән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап юбилей миҙалы менән дә бүләкләне. 98 йәшлек яугирҙың ғүмер юлы тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

1943 йылда атаһы Мансур Вәлиуллин Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград өлкәһендә һәләк булғас, ул үҙе теләп 17 йәшендә яуға китә. 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтының 5-се армияһының 1229-сы полкы составында хеҙмәт итә. 1945 йылда Совет-Япон һуғышында ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң 1951 йылға тиклем Чукоткала СССР ҡораллы көстәре сафында радиотелеграфист булып хеҙмәт итә.

Сәлимйәүһәр Мансур улы ете йыл үткәндән һуң тыуған яғы Дүртөйлө районы Түбәнге Мансар ауылына ҡайтып мәктәпте тамамлай. Ауыл хужалығы академияһына ветеринария факультетына уҡырға инә.

1990 йылға тиклем юғары уҡыу йортоноң кафедраһында эшләй. Ветеринария буйынса кандидатлыҡ яҡлай. Пенсияға тиклем Илеш районында баш ветеринар табип була.

98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Өфө ҡалаһының почетлы гражданины исеме бирелде. Шулай уның күкрәген Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилей миҙалы биҙәй.


Бөйөк Еңеү байрамы алдынан беҙ депутат корпусы менән бергә Совет районында йәшәүсе 11 ветеранды ҡотлап бүләк тапшырабыҙ. Уларҙың бөтәһенә лә Өфө ҡалаһының почетлы гражданины исеме бирелә. Ветерандарыбыҙ йөҙ йәшен тултырыуға яҡынлаған.

Айҙар Бәҙғотдинов, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы

Йөҙ йәшенә етеп килгәндә лә ул күңел төшөрөп ултырырға күнекмәгән. Бай ғүмер тарихы биттәрен барларға ярата. Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә өйләнеп өс бала тәрбиләп үҫтерәләр. Ғүмер буйы медицина өлкәһендә эшләгән ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскән, ветеран балалары, ейән- бүләләре тәрбиәһендә йәшәй.

Сәлимйәүһәр Вәлиуллин һәр иртәһен күнекмәнән башлай. Һәр күнекмәне тейешенсә башҡарғандан һуң туҡтап йыр тыңлап ала.

Рәмилә Исмәғилева