Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 286 ҡыҙ һәм уларҙың әсәләре саҡырылғайны. Төбәктә матур йолаға әйләнгән сарала гүзәл заттар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектакль ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бер нисә сәғәткә тылсым һәм мөғжизә иленә эләккән ҡыҙҙар «Кескәй Принцессалар балында» беренсе тапҡыр. Мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙарҙың көндәлек тормошонда ҡатмарлыҡтар етәрлек, шуға ла Өфөлә үткән байрам һәр кем өсөн көтөп алынған ваҡиға. Балда ҡатнашыу өсөн күлдәк, прическаларҙы алдан хәстәрләп ҡыҙҙар әсәләре менән республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған.
6 йәштән 12 йәшкәсә ҡыҙҙар өсөн ойошторолған балда күргәҙмә, фотозона, оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары эшләне. Ҡыҙҙарҙың һәр береһенә таж, беләҙек һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр таратылды. Байрамда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугрҙарҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә булды.
Сарала ҡатнашыусылар тиҫтерҙәре менән аралашып, әкиәт персонаждары менән уйнаны. Балды ойоштороусылар балаларҙы йылдағыса ихлас ҡыуандырҙы. «Кескәй принцессалар балы» Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән төбәктә 6-сы йыл рәттән ойошторола.
Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙарҙың хыялын тормошҡа ашырыу, уларҙы мөғжизәгә сорнаған сараның программаһы йылдан-йыл байытыла. «Том Сойер» спектаклен ҡарап бүләк алған ҡыҙҙар өсөн принцесса балы иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Көслө рухлы кескәйҙәрҙе дәртләндереү саралары ижади үрҙәргә этәргес булып та тора.
Флорида Ким