Руслан Кәлимуллинға арналған мемориаль таҡта ул уҡыған Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына батырҙың туғандары, уҡытыусылары, хәрби бәрелеш ветерандары йыйылды.
Руслан Кәлимуллинды яҡташтары баҫалҡы, ышаныслы, эшһөйәр, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кеше булараҡ иҫкә алдылар. Махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Руслан Ильяс улы, һәләк булғандан һуң, «Батырлыҡ» һәм «Генерал Шайморатов» ордендары менән бүләкләнә. Митинг хәтер таҡтаһына сәскә һалыу һәм бер минут тынлыҡ менән тамамланды.