Башҡортостан спортсылары Мәскәүҙә үткән турнирҙа еңеү яуланы

Мас-рестлинг буйынса уҙғарылған ярыш Олимпия чемпионы Роман Дмитриевтың иҫтәлегенә арналды. Республиканан Мәғди Ибраһимов 90, Евгений Пиконин 105 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. Турнир унынсы тапҡыр уҙғарылды. Унда илдең 20-гә яҡын төбәгенән 80 спортсы ҡатнашты.  Роман Дмитриев мас-рестлингты танытыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Тап ул Мәскәүҙә ошо спорт төрө буйынса тәүге чемпионаттарҙы ойоштороусы булып тора.