Ул Инорс микрорайонында төҙөлә, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Бының өсөн 317 миллион һум инвестиция йүнәлтелә, 80 эш урыны булдырыла. Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, халыҡтың йәшәү сифаты яҡшырырға тейеш. Бында күп функциялы үҙәк, бөҙрәхана, иң кәрәкле тауарҙар кибеттәре урынлаша. Үҙәкте 2026 йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.