"Ауаз" башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә ҡатнашыуға эштәр ҡабул ителә. Был сара 26 апрелдә Илеш районында була, тип хәбәр итә "Башинформ". Уның маҡсаты - башҡорт фольклорын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу, халыҡтың этник мәҙәниәт йолаларын танытыу. Фестиваль ике этапта уҙғарыла.