Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса,«Вотяк», «Хаба» һәм «Белый» ҡушаматлы һалдаттарҙы ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский бүләкләгән. Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифһендә яҙған. “Наградаға лайыҡ булған ир-егеттәр алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәтә. Улар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Яугирҙарҙы миҙалға батальон командиры тәҡдим иткән. Яҡташтарымды тәбрик итәм! Иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем”, - тигән Алексей Пальчинский.