Башҡортостан милли музейы Малаяҙ ауылындағы музейҙа капиталь ремонт уҙғарыуға контракт төҙөнө. Уға ярашлы, бында һыу, канализация, йылытыу системаһы, ҡыйыҡ, бинаның тышҡы яғы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. Салауат Юлаев музейына 1965 йылда нигеҙ һалынған. Бында башҡорт халҡының милли геройының тормошона ҡағылышлы экспонаттар күрһәтелгән.