Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында уҙҙы. Бәйгелә өс көн дауамында 199 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайланған. Ярышҡа республика район-ҡалаларынан уҡыусылар һәм колледж студенттары килгәйне. Республика этабында еңеүселәр Башҡортостан данын төбәк-ара кимәлдә яҡлаясаҡ. Финал Санкт-Петербург ҡалаһында үтер, тип көтөлә. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Башҡортостан ун йылдан ашыу ҡатнашып, даими рәүештә еңеүселәр иҫәбенә инә.