«Защитник» берҙәм үҙәгендә буласаҡ яугирҙар өсөн хәрби әҙерлек дәрестәре уҙа


«Черемушки» шифаханаһы базаһында улар ҡорал менән эш итергә өйрәнә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре тактик медицина буйынса махсус уҡыу-уҡытыу сараларын алып бара. Яугирҙар уларҙан тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен үҙләштерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән ир-егеттәргә республиканан түләүҙәр артты. Хәҙер улар бер тапҡыр 2 миллион, ә һуңынан ай һайын 210 мең һумдан юғары эш хаҡы ала. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсыға кәмендә 4,5 миллион һум түләнә. Һуңғы аҙна-ун көндә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең артыуын билдәләнә.


«Черемушки» шифаханаһындағы «Защитник» үҙәге үткән йылдың октябрендә эшләй башланы. Бында контракт төҙөргә теләүселәр өсөн тулы шарттар ҡаралған. Бер юлы 100 кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бар, сират торорға кәрәкмәй.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест һәм профориентация үткәреү офицеры