Ошо ваҡытта Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 17 ғариза ҡабул ителгән. Октябрьский ҡалаһында 75 йәшлек ҡатын интернет селтәрендә өҫтәмә аҡса эшләү ысулы менән таныша һәм билдәһеҙ кешегә ышанып, өлөшләп йәмғеһе бер миллион һум аҡса күсерә. Ә Өфөлә йәшәүсе 29 йәшлек ир-егет шулай уҡ аҡсаһын инвестицияларға теләп, йәнәһе лә биржа белгесе менән бәйләнешкә сыға. Мутлашыусы ҡорбанына әүерелгәнен аңлағанға тиклем ул 5 миллион ярым һум аҡсаһын юғалтып өлгөрә. «Куратор» талабы буйынса ул аҡсаның бер өлөшөн кредитҡа ала. Мутлашыусылар йыш ҡына ҙур табыш вәғәҙә итеп, сәйер сайт һәм ҡушымталар аша аҡса күсереүҙе һорай. Белгестәр аҡсаны инвестициялар алдынан финанс эксперттар менән кәңәшләшергә һәм компания тураһында мәғлүмәтте тикшерергә саҡыра.