Был турала Өфөлә Башҡортостан финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр ителде. Унда 2024 йылға йомғаҡ яһалды һәм алдағы ике йылға өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме 700 миллиард һумдан ашып киткән. Етештереү 5,4 процентҡа артҡан.
2024 йылда тупланма бюджетҡа 293 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән. Был былтырғы кимәлдән 14 процентҡа юғарыраҡ.