1 марттан граждандар Дәүләт хеҙмәттәре порталында кредит алыуҙы тыйыу хеҙмәте менән файҙалана ала

Сикләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына эшләргә мөмкин. Был ипотека, автокредит һәм белем алыу өсөн дәүләт ярҙамы менән бирелгән кредитҡа ҡағылмай. Операцияны Күп функциялы үҙәктәрҙең айырым секторҙарында белгестәр ярҙамында башҡарырға була, берҙәм тәҙрә аша был хеҙмәт күрһәтелмәй. Кредитҡа тыйыуҙы теләгән ваҡытта кире алырға мөмкин. Был осраҡта мәғлүмәт кредит тарихында мөрәжәғәт итеүҙең икенсе көнөндә сағылыш таба.


Беҙҙең белгестәр мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам итергә әҙер. Бөгөнгә был хеҙмәт менән 500 тирәһе кеше файҙаланды. Кредит алыузы тыйыу мутлашыусыларҙан һаҡлау сараһы булып тора.

Алмаз Фәтхетдинов, Күп функциялы үҙәктең йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе