Бөрөлә Керамика һәм көршәк яһау музейы асылды


Ул ҡала биләмәһенең неолит осоронан алып әлеге кәндәргә тиклемге кәсепселек тарихын сағылдыра. Музей экспозицияһы өс өлөшкә бүленгән, тәүгеһе - Бөрө районында археологтар тарафынан табылған боронғо керамикаға бағышланған. Ҡалғандары Бөрө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғандан алып Октябрь революцияһына тиклемге осорҙо һәм 20-се быуат кәсепселегенә арналған. Музейға килеүселәр өсөн көршәк яһау һәм балсыҡ менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.


Музейҙа оҫтахананы асып ебәргәс тә, республиканың төрлө нөктәләрендә йәшәүсе керамика менән шөғөлләнеүсе оҫталар бәйләнешкә сыға башланы. Бергә йыйылып, заман сәнғәте тураһында һөйләшеү маҡсатында съезд үткәрҙек. Бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға уйлайбыҙ.

Максим Шипилин, көршәк ҡойоу студияһына нигеҙ һалыусы