Баймаҡта «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте


Яҙҙың тәүге байрамы алдынан «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Һомай» тип исемләнгән конкурс үтте. Бәйгелә Һомайҙың үҙе кеүек һылыу, уңған 9 ҡыҙ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Урал батыр мәктәбе» проектына ярашлы Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында тәүге тапҡыр район кимәлендәге «Һомай» конкурсы ойошторолдо. Унда Баймаҡ ҡалаһы, Темәс, Иҫке Сибай ауылының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 9 кескәй һылыуҡай ҡатнашты.

Ҡыҙҙар милли кейемдәрҙә сығыш яһап үҙҙәре тураһында һөйләне, йыр-моңға һәләттәрен күрһәтте, бейене. Башҡорт биҙәктәре, аш-һыуы буйынса төрлө интеллектуаль, логик фекерләүгә ҡоролған уйындарҙа ҡатнашыуҙа өҫтәмә мәрәй алырға булышлыҡ итте.

Ә бына жюриларға еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Сөнки ярышта береһенән-береһе сибәр, зирәк, аҡыллы ҡыҙҙар көс һынашты. Шуға ҡарамаҫтан, «Һомай» конкурсында «Толпар» балалар баҡсаһынан Сафия Раева гран-приға, «Миләш»-тән Айлина Байғотлина 1-се урынға лайыҡ булды.

Рүзилә Ғүмәрова