Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр менән аралашып республикала эшкә урынлашыу, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Башҡортостанда 92 колледжда 120 мең студент белем ала. Республикала эшләгән ҡеүәтле предприятиларҙа эшсе ҡулдар талап ителә. Төбәктә бөтә тармаҡтарҙа ла үҫешер өсөн шарттар тыуҙырылған. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, медицина, төҙөлөш, һанлы технологиялар һәм башҡа йүнәлештәрҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар.
Башҡортостанда колледждарҙы тәртипкә килтереү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Былтыр Башҡортостанда 15 колледжда 331 миллион һумға капиталь ремонт ойошторолдо. Осрашыу барышында Радий Хәбиров урта белем биреү профсоюздарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән студенттарға «Почетлы ирекмән» билдәһен тапшырҙы.