Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ


Башҡортостан «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролен һаҡлаясаҡ, директорҙар советында күпселекте төбәк вәкилдәре тәшкил итәсәк. Был турала эксперттар Владимир Путиндың «Башҡорт сода компанияһын» стратегик предприятиелар исемлегенән сығарыу тураһындағы Указы хаҡында фекер йөрөтөп белдерә. Ил Президенты Указға дүшәмбе көн ҡул ҡуйғайны. Башҡорт сода компанияһы - республиканың төп активтарының береһе, шуға ла уның артабанғы яҙмышы күптәрҙе борсой. Әммә, борсолоу өсөн урын юҡ тип билдәләйҙәр Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтендә. Эксперттар әйтеүенсә, БСК-нан алынған килем республикала йәшәүселәр өсөн социаль гарантияларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. БСК-ны стратегик предприятиелар исемлегенән сығарыу республика мәнфәғәтен иҫәпкә алып ентекле уйланылған аҙым. Ул инвестициялар йәлеп итеү, производствоны модернизациялау һәм төбәктең сәнәғәт потенциалын киңәйтеү өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, ти политологтар.


Республика етәкселегенең тыныс һәм ышаныслы реакцияһы был ҡарарҙың мөһим стратегик характерҙа булыуын һәм төбәк өсөн ҡурҡыныс булмауын билдәләй. Был ҡарар һис шикһеҙ федераль кимәлдә оҙаҡ һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе. Бындай ҡарарҙар ғәҙәттә төбәк хужалығы, федераль үҙәк һәм потенциаль инвесторҙарҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, барыһы менән дә деталь рәүештә килешеүҙәрҙән һуң ҡабул ителә. БСКның етештереү системаһын модернизациялау кәрәклеге бөтәһенә лә билдәле. Был экологияны һаҡлап ҡалыу һәм шул уҡ ваҡытта предприятиеның көсөн һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк. Бының өсөн федераль һәм республика етәкселеге бергә эшләргә тейеш.

Тимур Вәлитов, политолог