Яңы дарыу әле вуз -ара кампус лабораторияларында һынау үтә. Дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙан башҡорт антидепрессанты нимәһе менән айырыла? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.
Ғалимдар асыҡлауынса, сысҡандарҙың геномы кешенеке менән 80 процент оҡшаш. Тап шуға фәнни тикшеренеүҙәрҙә улар ҙур ярҙамсы. Препарат миҡдары сысҡандарҙың ауырлығын иҫәпләп ҡаҙала. Ярты сәғәттән һуң уның тәьҫире тикшерелә. Йәнлектәр төрлөсә һынала, береһе- уларҙың ҡойороғонан аҫып ҡуйып.
Икенсе бүлмәлә яңы төр дарыуҙың организмға тәьҫире һанлы форматта тикшерелә. Ғалимдар уны докинг программаһында ҡарай. Әйтергә кәрәк, компьютерҙа молекулаларҙың бәйләнеше дарыуҙы сысҡандарға ҡаҙағансы өйрәнелә.
Яңы препарат өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының кампус лабораторияһында депрессияға ҡаршы тороусы молекула сығарылған. Молекулалар синтезы яңы ҡорамалдарҙа үткәрелә. Асыш яһау өсөн бөтә шарттар бар.
Ғалимдар иҫбатлауынса, депрессияға ҡаршы был дарыуҙың организмға кире йоғонтоһо аҙыраҡ буласаҡ. Дарыухана кәштәләренә сығарыу өсөн ун йыл тирәһе ваҡыт һәм әлбиттә, инвестиция талап ителә. Ошондай фәнни асыштарҙы ғәмәлдә ҡулланыуға алып барып еткереү йүнәлешендә Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты эшләйәсәк.
Фән менән производство араһына күпер һалына. Тимәк, ғалимдарҙың күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре туҙан ҡунып кәштәләрҙә ятмаясаҡ, ә ғәмәлдә ҡулланыуға сығарыласаҡ.
Заманса кампус, гранттар - йәштәрҙе фәнгә йәлеп итеү, яңы ҡаҙаныштар өсөн шарттар булдырыла. Шулай уҡ комплекслы эш импортты алмаштырыуға йүнәлтелә. Төбәк етәксеһе башланғысы буйынса ойошторолған яңы дәүләт комитеты был эште тағы ла көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.
Рәмилә Исмәғилева