Быйылғы ҡыш сағыштырмаса йылы булғанға күрә, ләләләр ваҡытынан алда сәскә атҡан


Шунлыҡтан республика эшҡыуарҙары өсөн сауҙа эше лә аҙна-ун көнгә иртәрәк башланған. Баш ҡалала йәшәүсе йүнсел ғаилә сәскә бизнесы менән 2003 йылдан шөғөлләнә. Төрлө эре ойошма-предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә. Ләлә миҙгеле тамамланыу менән эшҡыуар лилиә сәскәләрен үҫтереүгә тотона.