«Ҡурай даны» премияһының быйылғы лауреаттарын билдәләү буйынса эксперт комиссияһы ултырышы үтте


«Ҡурай даны» милли телевизион премияһының быйылғы лауреаттарын билдәләү буйынса бөгөн эксперт комиссияһы ултырышы үтте. Үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм танытыу маҡсатында ойошторолған проект 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Заманса мәҙәниәтте пропагандалауға, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҡоролған бәйге үҙ көйәрмәндәрен тапты.Ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта. Быйыл да эксперт комиссияһы ағзалары «Ауыл фельдшеры», «Ер кешеһе», «Миһырбанлы ғаилә» кеүек номинациялар буйынса лайыҡлыларҙы һайлап алды. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 15 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.