Башҡортостанда авария комиссарҙары статусы закон менән нығытыла

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә ошондай төҙәтмәләр тәҡдим итә. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республикала аварияларҙың яртыһынан күбеһе ябайлаштырылған тәртиптә, европротокол буйынса теркәлә. Дәүләт инспекцияһы саҡырылмай. Документтар менән авария комиссарҙары эшләй. Әле теләгән һәр кеше үҙен авария комиссары тип танытыуы мөмкин. Ҡайһы бер белгестәрҙең белеме етмәү арҡаһында документтарҙа хата китеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә, страховка компаниялары аҡса түләүҙән баш тарта. Шуға авария комиссары статусы закон менән нығытыла, махсус исемлек төҙөләсәк.