Өфө вуз-ара кампусында IT-белгестәр әҙерләүсе мәктәп асылды

“21-се мәктәп+”тең төп йүнәлеше - иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләүгә һәләтле белгестәр әҙерләү. Проект Һаҡлыҡ банкы тарафынан тормошҡа ашырыла. Әлегә  был мәктәп илдең 14 ҡалаһында эшләп килә, тәүгеһе 7 йыл элек Мәскәүҙә асылған. Унда 18 йәше тулған һәр кем бушлай белем алыу мөмкинлегенә эйә.