Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә 67 хәүефле участка контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йыл һайын республикала ташҡын хәле насарайған осраҡта халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре уҙа.
2024 йылдың яҙында барлыҡҡа килгән хәүефте иҫәпкә алып, ошондай сараларҙың береһе Хәйбулла районының Аҡъяр ауыл биләмәһе миҫалында үтте. Уның барышында халыҡты иҫкәртеүгә йүн әлтелгән ентекле эш алгоритмы әҙерләнгән. Штаб ултырышында билдәләнеүенсә, күнекмәлә ҡатнашыусы муниципалитет етәкселеге менән бөтә ашығыс хеҙмәттәр ҙә үҙ маҡсаттына өлгәште, төбәк биләмәһендә оло һыу осорон аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре дауам итә.