Әлеге ваҡытта Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында эксперт комиссияһы ултырышы үтә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Тула һәм Мәскәү ҡалаларынан йәмғеһе 150-ләп эш ҡабул ителгән. Конкурс Туризмды үҫтереү үҙәге, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм Баймаҡ районының «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы менән берлектә ойошторолдо.