Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Хабаровскиҙың «Амур» командаһы менән осраша. Уҙған уйын 3:1 иҫәбе менән юлаевсыларға еңеү килтергәйне. Әле Өфө командаһы Көнсығыш конференцияһының 2-се, «Амур» 11-се баҫҡысында. Алыҫ Көнсығыштағы күсмә серияла һуңғы матчтың тура трансляцияһы бер нисә минуттан башлана.