Халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереп. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеү үҙәгенең Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә фәнни экспедиция материалдарын һанлы форматҡа күсереү эше дауам итә. Был яңылыҡ айырыуса республика музыканттарын битараф ҡалдырманы. Бөгөн уҙған быуаттың 60-сы йылдарында яҙылған композиция тәүге тапҡыр халыҡҡа сығарылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ғилми хеҙмәткәр өҫтәлендә 60-сы йылдарҙағы фольклор экспедицияһы материалдары. Ул ваҡытта информанттар башлыса винил пластинкаларға яҙҙырылыр булған. Бөгөн уларҙы компьютерға күсереү өсөн ҡоролмалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Компьютерға тоташтырыуҙа ла үҙ яйһыҙлығы бар.
Башҡа милләттәрҙән айырмалы, башҡорт халыҡ ижады бай мираҫлы. Әле өйрәнелмәгән, башҡорттоҡо, тип билдәләнгән архив материалдар ҙа етерлек. Улар республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил музейҙары фондтарында ла һаҡлана. Институттың үҙендә лә матди буйлмаған байлыҡтарға таң ҡалырлыҡ.
Яңылыҡ республика музыканттарын да йәлеп итмәй ҡалманы. Шул иҫәптән Роберт Юлдашев менән «Ҡурайсы» этно-төркөмөн дә. Ижади коллектив һанлы форматҡа күсерелгән бер нисә йырҙы өйрәнә башлаған да инде. «Кесарҡа» тип исемләнгән композиция тәүгеләрҙән булып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре алдында яңғыраны. Тәүҙә ул 1968 йылда әҙәбиәтсе-фольклорсы Нур Зарипов тарафынан Ишембай районы Маҡар ауылында Ҡобора Сабитованан яҙып алынһа, һуңынан фольклорсы Айгөл Хәкимйәнова ошо уҡ информанттан 2014 йылда яҙҙырған.
Йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған яҙмалар халҡыбыҙҙың данлы тарихын бәйән итә. Ә яңылыҡ бар ҙа ҡыҙыҡһыныусыһы тағы ла табыласаҡ. Әлбиттә, быға тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгендә патентланған йөҙҙәрсә башҡорт халыҡ йырҙары кеүек үк, сираттағы матди булмаған байлыҡ та рәсмилләштерелә барасаҡ.
Азат Ғәлиуллин