Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша


Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Абруйлы конкурста улар икенсегә үҙ көсөн һынап ҡарай. Һәр эштә татыу һәм берҙәм ауыл халҡы менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.

Иҫке Көрмәнкәй ауылы зыяратында эш ҡайнаған мәл - ир-егеттәр уның биләмәһендә эш ҡоралдарын, кәрәк-яраҡты һаҡлар өсөн йорт тамамлай. Төҙөлөшкә материалды шәхси эшҡыуар Йәмил Арыҫланов алып биргән. Ауылдаштар ең һыҙғанып эшләй ҙә, үҙҙәренең ялын да ойоштора белә. «Айыҡ ауыл-2019» конкурсында ҡатнашып улар өлкәндәр һәм кескәйҙәр өсөн дә уңайлы спорт майҙансығына эйә булған. Йәштәр шулай уҡ ауыл механизаторы Евгений Нестеренко үҙ йортонда ҡорған спорт залында ла теләп шөғөлләнә. Ауыл киләсәген хәстәрләүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә.

Ауылда эскән кеше юҡ, тип ҡыуана көрмәнкәйҙәр. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға ауыл биләмәһе хакимиәте лә ҙур иғтибар бүлә. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт кәңәшләшеп хәл итергә күнеккәндәр.

Ике йөҙҙән ашыу халыҡ йәшәгән ауылда тормош гөрләп тора. Ауыл мәҙәниәт йортоноң «Йәшлек» ансамбле республика конкурстарында йыш сығыш яһай. Яҡын арала мәсет төҙөлөшө тамамланырға тора. Ифтар мәжлестәре әлегә былтыр асылған мәҙәниәт йортонда үтә. Иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк таяныс булып йәшәгән ауыл халҡының эштәре һәр ваҡыт бәрәкәтле.

Светлана Ғәлиуллина