«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында Роза Юлдашбаеваның сигеү йорто булдырыласаҡ


Был турала ойошма етәкселеге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында билдәле рәссам-модельерҙың шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһында белдерҙе. Роза Рафиҡ ҡыҙы - Өфө мода йортоноң махсус сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Уның эштәре Рәсәйҙән тыш, Германия, Ирак, Иран, Польша һәм Америка ҡушма штаттарында шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Башҡортостан еңел сәнәғәте үҫешенә индергән тырышлығы бик күп наградалар менән баһаланған. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе Роза Юлдашбаеваның сигеү техникаһын өйрәнерлек ижад өлгөләренән тора. Экспозиция 15 мартҡа тиклем эшләй.